Главная » 2018 » Март » 26 » Абҙан урта мәктәбендә 12 февралдән 17 февралгә тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үткәрелде
10:48
Абҙан урта мәктәбендә 12 февралдән 17 февралгә тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үткәрелде

Аҙналыҡ “Халҡым теле миңә -хаҡлыҡ теле” девизы аҫтында, бик күңелле һәм ойошҡан рәүештә үтте, эш планы буйынса һәр класс ныҡлы әҙерләнде. Һәр көн күңелле һәм файҙалы булды. “Иң грамоталы” уҡыусы конкурсында Әхмәтова Сөмбөл (9 кл.), Килмөхәмәтова Регина(8 кл.), Әхмәтова Наҙгөл, Шиһабетдинова Резида, Сантимерова Аделина(7 кл. ), Ғүмәрова Сәлиә (6 кл.), Кинйәғолова Карина (5 кл.), Алсынбаева Наҙгөл, Сәлихова Ғәлиә (4 кл.), Ҡунаҡбаева Даяна, Ғүмәрова Йәмилә (3 кл.),Хәсәнов Әлмир, Хөснөтдинов Әмирхан, Хөснөтдинова Илгинә (2 кл.) еңделәр.

4–се класта Яҡшымбәтова Р.Ф. туған теленән “Ҡылым”, 3-сө класта Имәнғәлина М. Т. әҙәби уҡыуҙан “Ватан” шиғыры темаһына асыҡ дәрестәр күрһәттеләр. Уҡыусылар интеллектуаль бәйгеләрҙә “ Мөғжизәләр яланы” (7 кл.), “ Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” (5-6, 8 кл.)“Алтын тирмә” (9-11 кл.), “ Әсәм теле миңә-сәсән теле” темаһына викториналарҙа көс һынаштылар, уҡытыусыларыбыҙ Кинйәғолова Ф.Ф., Йосопова Н.М., Ғизәтуллина Ф.Ф. фәһемле һәм ҡыҙыҡлы саралар үткәрҙеләр.

Презентациялар конкурсында Шиһабетдинова Р.(7 кл). еңеүсе булды. Шиғыр кисәһе «Йөрәк һүҙе» тип аталды.Тасуири итеп башҡарыуҙа һүҙ оҫталары –Әхмәтова Сөмбөл (9 кл.), Ғәлина Аида(3 кл.), Кинйәғолов Иҙел(4 кл.) иң-иңдәре тип танылды.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына- 100 йыл тулыуға арналған сара ла барыһына ла оҡшаны: шығыр һөйләүселәр-Мусина А, Ғизәтуллина Э., Ғүмәрова Й.(3кл.), Әбдрәфиҡова Ф.(10кл.) үҙҙәренең һүҙ оҫтаһы булыуын иҫбатланылар. Р.Хәсәнов, З.Исмәғилев, Ш. Ҡолбарисов көйҙәренә 5,7,8.10-сы класс уҡыусылары башҡарыуындағы йырҙар барыһының күңеленә хуш килде. Һәр сығышты дәррәү ҡул сабышып алҡышланылар.

«Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуына” арналған кисәлә уҡыусылар үҙҙәренең артислыҡ талантын күрһәттеләр.Әхмәтов.Б.,КинйәғоловИ.,КинйәғоловаК., Мәсәлимова Г.,Моратова Ф.,Шәрәфетдинов Д.(5 кл.),Хөснөтдинов И.(6 кл.) Сантимерова А.(7 кл.), Вәлиева Г., Хөсәйенова И., Имәнғәлин А.(8 кл.) уҡыусылары артислыҡ оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Шулай уҡ З.Биишева шиғырҙарын, йырҙарын тыңлап барыһы ла кинәнес алып, илһамланып ҡайттылар.

Просмотров: 37 | Добавил: lianalugamanova | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar