Главная » 2018 » Март » 27 » Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән республика олимпиадаһы
09:30
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән республика олимпиадаһы

23-24 мартта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия –интернатында

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы үтте.Унда Абҙан урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Әхмәтова Сөмбөл ҡатнашты.Бәйге 3 турҙан торҙо:беренсеһе -Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина һорауҙарына яуап биреү; икенсе турҙа уҡыусыларға картиналар тәҡдим ителде,улар архитектура ҡомартҡыларын,билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәрен,билдәле шәхестәрҙе танырға һәм мәғлүмәт бирергә тейештәр ине ; өсөнсө турҙа уҡыусылар эссе яҙҙылар.24 мартта олимпиаданы ябыу тантанаһы булды. Сөмбөл призер дипломына лайыҡ булды.Уҡытыусыһы Ғизәтуллина Ф.Ф.

Просмотров: 40 | Добавил: lianalugamanova | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar