Главная » 2018 » Февраль » 27 » “Башҡортостан-тыуған илем”
19:28
“Башҡортостан-тыуған илем”

Абҙан урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 10-сы октябрь көндө Республика көнөнә арналған

“Башҡортостан-тыуған илем”исемле фәһемле кисә булып уҙҙы. Кисә ике өлөштән торҙо:беренсеһе,4-се,6-7-се класс уҡыусылары :Алсынбаева Наҙгөл,

Хөснөтдинов Ильдус, Шиһабетдинова Резида,Әхмәтова Наҙгөл,Сантимерова Аделина, Бикбулатова Нәркәс,Ғөмәрова Сәлиә, Алибаева Илюза,Хәсәнова Рушана,Хәсәнова Регина Башҡортостандың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында шиғырҙар һөйләне,йырҙар йырланы,ә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы Ғизәтуллина Ф.Ф. презентация күрһәтә барҙы. Кисәнең икенсе өлөшөндә 8-се (“Арғымаҡ”) һәм 9-сы класс (“Табын”) уҡыусылары араһында “Алтын тирмә” ярышы үтте.Был сәмле ярышта үҙенең белеме менән 9-сы класс уҡыусыһы Әхмәтова Сөмбөл айырылып торҙо.(Юҡҡа ғына былтырғы уҡыу йылында Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихынан Республика этабында призер булмаған икән).Ярыш бик сәмле барҙы,һәм “Арғымаҡ” командаһының еңеүе менән тамамланды. Был сараны ойоштороусы һәм алып барыусы Ғизәтуллина Филүзә Фәрит ҡыҙына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Кисә беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.

Просмотров: 94 | Добавил: lianalugamanova | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar