Главная » 2018 » Май » 7 » Фәһемле осрашыу
10:20
Фәһемле осрашыу

Абҙан урта мәктәбенә Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы дәресенә

бөгөнгө көндәге хаҡлы ялдағы уҡытыусы Ләлә Ғиниәт ҡыҙы Фәйзуллина

саҡырылды.

Ул үҙе хаҡлы ялда булһа ла йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша .Бөгөнгө дәрестә ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре- һаҡал ,селтәр, алмиҙеү,түшелдерек эшләү серҙәре менән бүлеште. Ләлә Ғиниәт ҡыҙы иң тәүҙә был биҙәнеү әйберенең килеп сығышы тураһында һөйләне.Ул ниндәй өлөштәрҙән тора,һәр береһенең атамаһын тәфсирләп аңлатып китте.Шулай уҡ уҡыусылар һаҡалдың төрлө исемдәре барлығы тураһында ла белде .Үҙе тегеп алып килгән һаҡалдың нисек эшләнеше тураһында һөйләне.Дәрес һуңында уҡыусылар менән берлектә ул алып килгән һаҡал,селтәрҙәрҙе кейеп фотоға төштөк.

Ғизәтуллина Филүзә Фәрит ҡыҙы.

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы.

Просмотров: 26 | Добавил: lianalugamanova | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar