Главная » 2018 » Апрель » 17 » Ҡоштар - беҙҙен дуҫтар
14:19
Ҡоштар - беҙҙен дуҫтар

Абҙан балалар баҡсаһында ҡоштар көнөнә арналған иртәлек уҙҙы.

Балалар ҡоштарға,яҙ байрамына арнап йырҙар, шиғырҙар,бейеүҙәр башҡарҙылар.

Атайҙар сыйырсыҡ оялары яһап килтереп әлеп ҡуйҙылар. Әсәйҙәр ҙә буш ҡул менән килмәғәндәр. Улар матур итеп сәй табыны әҙерләнеләр.

Сараны бик матур итеп әҙерләнеләр һәм алып барҙылар тәрбиәселәр:

Кужәхмәтова Эльвира Мәхмут ҡыҙы, Кужәхмәтова Сәриә Хәсән ҡыҙы һәм Кинйәғолова Әлиә Ғәйнислам ҡыҙы.

Тәрбиәсе ярҙамсылары: Яҡшығолова Тәғлимә Рәхмәтулла ҡыҙы, Кильмөхәмәтова Гүзәл Ноғман ҡыҙы һәм Ғизәтуллина Сәлимә Рәүф ҡыҙы әүземлек курһәттеләр.

Байрамға килғән ата-әсәләр бик кәнәғәт ҡалдылар.

 

 

Просмотров: 24 | Добавил: lianalugamanova | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar